Билдәле замандашыбыҙ, күп яҡлы шәхес

Тулыраҡ: Билдәле замандашыбыҙ, күп яҡлы шәхес

ғалим, профессор, йәмәғәт һәм фән эшмәкәре, педагогия фәндәре докторы Эдуард Хәмитов бөгөн үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Эдуард Шәйхулла Башҡорт дәүләт педагогия университетының ректор кәңәшсеһе вазифаһын башҡарып килә. Әйткәндәй, тап уның етәкелеге аҫтында инстит университет дәрәжәһенә күтәрелә. “Ҡарама йәшкә, ҡара йөрәккә,” — тип билдәле мәҡәлде үҙгәртеп, тап ошо егәрле кеше хаҡында әйтергә мөмкин. Бөгөн 80 йәшен тултырған Эдуард Хәмитов хәҙер 50 йылдан ашыу республикала юғары белем биреү системаһын, атап әйткәндә Башҡорт дәүләт педагогия университетын үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхес.Һәр кабинетта Эдуард Шәйхулла улын яҡты йөҙ менән ҡаршы алалар. Хәҙерге факультет декандары, кафедра мөдирҙәре башлыса уның студенттары. Еткәселек итеү менән бер рәттән тәжрибәле белгес үҙенә лайыҡлы алмаш та әҙерләгән.Ысынлап та, хаҡлы ялға сыҡһа ла, Эдуард Хәмитов әле лә университет тормошо менән ҡайнап йәшәй һәм ректор кәңәшсеһе вазифаһын башҡара. Уҡытыусылыҡ һөнәренә ҡарата һөйөү кескәй саҡтан тәрбиәләнә, был тәңгәлдә инде уны уратып алған мөхиттең, уҡытыусы-ата-әсәһенең дә роле ҙур. Һайлаған һөнәренә ғүмере буйы тоғро, эшенә мөккибән киткән шәхестең хеҙмәттәштәре тик яҡшы һыҙҙаттарын ғына билдәләй, насар яҡтары бөтөнләй юҡ, тиҙәр. Һәләтле кеше бар яҡтан да һәләтле була, тигән фекерҙе раҫлап, Эдуард Шәйхулла улы алтын ҡуллы балта оҫтаһы ла, өҙҙөрөп баянда ла уйнай икән.Өлгөлө ғаилә башлығы, күп яҡлы шәхес, ғалим, академик, профессор, йәмәғәт һәм фән эшмәкәре, 60-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы тормошондағы иң ҙур ҡаҙанышы тип, тап ул етәкләгән институттың университет дәрәжәһенә күтәрелеүҙе һанай.Ике ҡыҙы уның эшен, уҡытыусы династияһын дауам итә. Эдуард Шәйхулла улының яҡындары “тормошто унан да нығыраҡ яратыусы кеше юҡтыр,” ти. Бөйөк эштәре уның бөйөк кеше икәнен иҫбатлай.