Башҡортостанда йәш ҡатын йөк ташыусы поезд аҫтында ҡалған

Тулыраҡ: Башҡортостанда йәш ҡатын йөк ташыусы поезд аҫтында ҡалған

Ул ауыр тән йәрәхәттәре алып ҡаланың 13-сө дауаханаһына килтерелгән. Был турала бөгөн ҡотҡарыу хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса ҡатын тимер юлын билдәләнмәгән урындан сыҡҡан, ҡолаҡсын кейеү сәбәпле машинистың сигналын да ишетмәгән. Рәсәйҙә тимер юлы аша сыҡҡанда, иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында, йөҙләгән кешенең ғүмере өҙөлә. Һуңғы йылдарҙа фажиғәгә тарыусыларҙың күбеһе-ҡолаҡсын кейеп музыка тыңлаусылар