Шартлатҡыс һалыныу тураһындағы ялған шылтыратыуҙар туҡтамай. Телефон терроры өсөн кем ғәйепле? Быға тиклем Рәсәйҙең федераль именлек хеҙмәте шылтыратыуҙарҙың ҡайҙан һәм кем яһағанын асыҡланы, телефон террорсылары ҡулға алынды тип тә хәбәр ителгәйне. Әммә билдәһеҙ кешеләр ҡурҡыныс уйынын дауам итә. Телефон террорсыларының сираттағы һәм күпләп шылтыратыуҙары Өфөлә йәкшәмбе кисенә тура килде. Был хәбәрҙән һуң ҡалалағы ҡунаҡханаларҙың береһендә йәшәүселәр, хеҙмәткәрҙәр эвакуацияланды. Улар араһында “Өфө” футбол клубы уйынсылары ла бар ине. Туланың “Арсеналы” менән уйнарға тейеш команда спортсылары тренерҙарының һөйләп бөткәнен дә тыңлай алмаған. Шул уҡ мәлдә ялған шылтыратыуҙар Өфөләге сауҙа комплекстарына ла алына. Алынған мәғлүмәттәрҙән һуң меңдәрсә кешегә сауҙа комплекстарын ашығыс ҡалдырырға тура килә. Билдәле булыуынса, телефон террорсылары кәм тигәндә лә иң ҙур өс үҙәккә шылтыратҡан. Эскалаторҙар һәм баҫҡыстарҙағы кешеләр ағымы шул тиклем күп була. Һатып алыусылар араһында хатта ҙур ығы-зығы тыуа, ә туҡталҡаларҙан иһә машиналар сыға алмайынса тығында ултыра. Махсус хеҙмәттәр был биналарға тиҙ арала килеп етә. Тикшереү барышында шартлатҡыстар табылмаған. Тәртип һаҡсылары әйтеүенсә, был шылтыратыуҙарҙы сентябрь башында ла ошондай уҡ ялған мәғлүмәттәр еткергән кешеләрҙең яһауы мөмкин. Бынан яҡынса ике аҙна элек ошондай уҡ хәл Рәсәйҙең тиҫтәләрсә ҡалаһында теркәлде. Әйткәндәй, Өфөлә булған хәл Мәскәүҙәге алты сауҙа үҙәгендә лә теркәлә. Ә ялған шылтыратыу яһаған кешеләрҙе биш йылға төрмәгә оҙатыуҙары ихтимал.
Өфөлә сауҙа үҙәктәренән халыҡ тағы ла эвакуацияланды
Тулыраҡ: Өфөлә сауҙа үҙәктәренән халыҡ тағы ла эвакуацияланды