Ойоштороу комитеты беренсе ултырышында уҡ байрам тантаналарындағы хәүефһеҙлек сараларын хәстәрләүҙе тәү бурыс итеп ҡуйҙы. Йәмәғәт тәртибе, юл хәрәкәте именлеге, ашығыс ярҙам, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүҙе махсус хеҙмәттәр тәьмин итә. Байрам алдынан ҡала һәм райондарҙа төрлө саралар ойоштороласаҡ. Хеҙмәт коллективтарында алдынғыларҙы тәбрикләү, ижад өлкәһендә республиканың дәүләт һәм хөкүмәт премияларын тапшырыу, үҫмерҙәргә Рәсәй гражданины паспорттары, бәхетле парҙарҙы никах юбилейҙары менән тәбрикләү, мәктәптәрҙә тематик иншалар яҙыу, байрам алды йәрминкәләре, экологик өмәләр үткәреү ҙә Республика көнөн билдәләү саралары планы исемлегендә. Планда иһә үҙгәрештәр булыуы мөмкин, быйыл ойоштороу комитеты уны тәүге тапҡыр Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Интернеттағы сайтында күмәк фекер алышыуҙар өсөн урынлаштырҙы.
11 октябрҙә Республика көнө киң билдәләнәсәк
Тулыраҡ: 11 октябрҙә Республика көнө киң билдәләнәсәк