- Хюман Райт Уатч хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы Берләшкән Милләттәр Ойошмаһын Ғыйраҡтағы хәрби енәйәттәрҙе тикшереүҙә һүлпәнлек күрһәтеүҙә ғәйепләне. Ойошма вәкилдәре белдереүенсә, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Ғыйраҡ хәрбиҙәре һәм коалиция көстәренең хоҡуҡ боҙоуҙарын инҡар итә. Хюман Райт Уатч Именлек шураһында ҡабул ителгән резолюцияға ҡарата шундай фекер белдерҙе. Документта Ғыйраҡта “Ислам дәүләте” ҡылған енәйәттәрҙе тикшереү өсөн генә эшсе төркөм булдырыу хаҡында әйтелгән.
- Германияның социаль-демократтар партияһы етәксеһе Мартин Шульц һайлауҙа үҙенең еңелеүен танып оппозицияға күсеүе хаҡында хәбәр итте. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса социал-демократтар өсөн һайлаусыларҙың 21 проценты тауыш биргән. Бөгөндән фирҡә Ангела Меркельдың христин-демократтар партияһы менән хеҙмәттәшлекте туҡтата. Мартин Шульц артабан да социаль-демократтар партияһы етәксеһе булып ҡаласағы тураһында белдергән.
- Мексиканың Оахака штатында тағы ла ер тетрәгән. Рихтер шкалаһа буйынса уның көсө 6 балдан ашып киткән. 5 кеше һәләк дулған. Һуңғы аҙнала был илдәге икенсе ҙур фажиғә. Быға тиклем 7 баллыҡ ер тетрәүҙән 300 кеше һәләк булғайны.
- Лаоста көслө ямғырҙар сәбәпле урындағы быуа йырылған. Һыу һәм бысраҡ ҡатнаштаһы үҙ юлында бөтә нимәне емереп тау түбәнгә урғылған. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Лаоста бына бер нисә көн ҡойма ямғырҙар туҡтамай. Ошо сәбәпле башҡа быуаларҙың да йырылыу хәүефе бар тип иҫкәрткән урындағы ҡотҡарыусылар.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре