Башҡортостанда йәшәүселәр башҡорт телен өйрәнеү буйынса үҙ тәҡдимдәрен курултай-уфа@майл.ру адресына ебәрә ала. Бөтә Донъя Башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов әйтеүенесә, уларҙың барыһы ла башҡорт телен һаҡлауға йүнәлтелгән дәүләт программаһын эшләгәндә иҫәпкә алынасаҡ. Был хаҡта ул “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат осрашыуында белдерҙе. Иң яҡшы тәҡдимдәр Республика башлығының яңыраҡ ҡына ҡул ҡуйған “Башҡортостанда дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар” тураһындағы указы нигеҙендә ойошторолған фондтан иғәнәләнәсәк.
Башҡортостанда йәшәүселәр башҡорт телен өйрәнеү буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерә ала
Тулыраҡ: Башҡортостанда йәшәүселәр башҡорт телен өйрәнеү буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерә ала