Башҡортостан радиоһы хәбәрсеһе ижади конкурста икенсе урынға лайыҡ булды/

Тулыраҡ: Башҡортостан радиоһы хәбәрсеһе ижади конкурста икенсе урынға лайыҡ булды/

Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин башҡорт телен Рәсәй кимәлендә танытты. “Рәсәй-Башҡортостан” каналы тапшырыуы федераль кимәлдәге ижади конкурста икенсе урынға лайыҡ булды. “Башҡортостан радиоһы” программалары ике көн эсендә Рәсәй кимәлендәге ҙур ярыштарҙа тәүге урындарға сыҡты. Нальчикта, “Кавказ тауышы” фестивалендә “Ауылым офоҡтары” тапшырыуы и яҡшы ун программа араһына инһә, “Ҡояшлы ҡала” балалар студияһы тапшырыуы Псков ҡалаһындағы “Кеше һәм иман” конкурсының төп бүләге- Гран-При яуланы.