Мәжит Ғафуриҙың һәйкәле емерелгән

Тулыраҡ: Мәжит Ғафуриҙың һәйкәле емерелгән

Башҡортостанда башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигы, халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың һәйкәле емерелгән. Мәжит Ғафури исемендәге парктан постамент фотоларын социаль селтәр менән ҡулланыусылар һалған. Бында яҙыусының бюсы булған, уны бер нисә йыл элек реставрацияға тип алып киткәндәр. Постамент емерелә, яҙыуы юйыла башлаған, эргә-тирәһе ҡаралмаған һәм сүп-сар менән тулған. Мәжит Ғафури исемендәге парк Ғафури районының Еҙем-Ҡаран ауылында – яҙыусының тыуған төйәгендә иҫтәлекле урындарҙың береһе булып һанала. Тик ҡыҙғанысҡа, ул бик аяныслы хәлдә.