Баймаҡта мөжәүир хәҙрәт ҡәберен емергәндәр

Тулыраҡ: Баймаҡта мөжәүир хәҙрәт ҡәберен емергәндәр

Бөгөн беҙ Баймаҡтан ҡот осҡос хәбәр алдыҡ. Райондың Манһыр ауылында ерләнгән бөйөк шәхес, ислам донъяһында ҙур танылыу алған Мөжәүир хәҙрәттең ҡәберен һәм уның таҡтаташын емергәндәр. Вандалдар шулай уҡ ҡәбер янындағы ултырғыстарҙы, ҡойманы ватҡан. Башҡортостан мосолмандары диниә назараты бөгөн был ваҡиға буйынса махсус белдереү яһаны. Әле тәртип һаҡсылары енәйәттә шикләнеүселәрҙе эҙләй. Беҙ ваҡиғалар үҫешен күҙәтеп барабыҙ. Баймаҡ хакимиәте мөжәүир хәҙрәт ҡәберен тереҙеү өсөн ашығыс саралар күрә.