Салауат ҡалаһындағы ҡот осҡос хәл республика халҡын тетрәндерҙе. 20-ләгән үҫмерҙең ике тиҫтерен туҡмағанды социаль селтәргә ҡуйылған видео аша күреп бик күптәр шаҡ ҡатты. Республиканың тәфтиш комитеты ла үҙ тикшереүен башланы. Интернет селтәрендә 16 йәшлек егетте туҡмағандары юҡтан ғына килеп сыҡмаған. Шаһитттарҙың береһе уны киң йәмәғәтселек иғтибарына сығарырға баҙнат иткән. Был кадрҙарҙа үҫмерҙәрҙең береһе 16 йәшлек егетте ҡаты итеп туҡмай. Туҡмалған үҫмер енәйәт эшендә зыян күреүсе булыуы ихтимал. Ғәфү үтенеүен талап итеп уны ысын мәғәнәһендә язалағандар. Нимәгә икәнен колледж студенты әле һаман аңламай. Полицияға ғариза яҙған осраҡта уны тағы ла ҡатыраҡ яза көтөүе менән дә ҡурҡытҡандар. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза яҙырға тура килмәгән. Тәфтиш комитеты киң мәғлүмәт сараларында урын алған видео буйынса тикшереү эшеү башланы.Тәфтишселәр һорау алыуға егеттәрҙе туҡмауҙа ҡатнашҡан иң әүҙемүҫмерҙе саҡырырға ниәтләй. Таныштары әйтеүенсә, ул бер-нисә көн дөйөм ятаҡтағы бүлмәһенә ҡайтмай. Әсәһе лә бер-нисә көн улын күргәне юҡ.Был видеояҙма геройҙарына, моғайын, икенсе эш буйынса ла яуап тоторға кәрәк булыр. Был кадрҙарҙа күренеүенсә, ошо уҡ егет буш шешәне ҡаршыһында торған үҫмерҙең башына һуғып ватырға маташа. Был видео ла социаль селтәрҙәрҙә урын алған. Был йән өшөткөс кадрҙарҙан һуң, егтте туҡмаусыларҙың күбеһе социаль селтәрҙәрҙән үҙ аккаунттарын алған.
Салауат ҡалаһындағы ҡот осҡос хәл республика халҡын тетрәндерҙе
Тулыраҡ: Салауат ҡалаһындағы ҡот осҡос хәл республика халҡын тетрәндерҙе