Башҡортостанда 3 миллион 517 мең тонна иген йыйылған

Тулыраҡ: Башҡортостанда 3 миллион 517 мең тонна иген йыйылған

Был турала бөгөн республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. Бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар 1 миллион 600 мең гектар майҙанда сабылған, шунса уҡ гектарҙа – һуғылған. Хәйбулла районында был эштәр тулыһынса тамамланды. Район дәүләткә 105 мең тонна иген тапшырған. Иң юғары күрһәткес Стәрлетамаҡ районында – 183 мең тонна.