Өфө ҡала хакимиәте йылытыу миҙгелен башлау тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы

Тулыраҡ: Өфө ҡала хакимиәте йылытыу миҙгелен башлау тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы

Был аҙнала уҡ айырым йорттарға йылы биреләсәк. Ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар балалар баҡсаларының күбеһенә әленән үк йылы бирелеүе тураһында хәбәр итә. Йылытыу миҙгеленә әҙерлек сиктәрендә башҡортостанда 130 километрҙа йылылыҡ һәм 204 километрҙа һыу торбалары алмаштырылған. Күп фатирлы 667 йортта капиталь ремонт эшләнгән. Йорттарҙы ҡышҡы шарттарға әҙерләү билдәләнгән ваҡытҡа тамамланған.