- Сүриәнең Идлиб виләйәтендә Рәсәйҙең һауа-космос көстәре террорсыларҙың объекттарын утҡа тотто. Рәсәй оборона министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙең илдең хәрби полицияһына һөжүм иткәндә тап ошо объекттар ҡулланылған.
- Берлинда “Германия өсөн альтернатива” фирҡәһенең баш идаралығы янында антифашистарҙың күләмле ҡаршылыҡ акцияһы үткән. Митингта ҡатнашыусылар фашистик ҡарашлы фирҡәнең һайлау йомғаҡтары буйынса бундестагҡа үтеүенә ҡырҡа ҡаршы булыуын белдергән. Германия киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, “Германия өсөн альтернатива” фирҡәһе 12 лә 6 процент тауыш йыйып һайлауҙа өсөнсө урын алған.
- Вашингтон Төнъяҡ Кореяға һуғыш иғлан итеү тураһындағы хәбәрен кире ҡаҡты. Был хаҡта аҡ йорттоң матбуға секретары Сара Сандерс хәбәрселәр менән осрашҡанда белдерҙе. Үткән аҙнала Төнъяҡ Кореяның сит ил эштәре министры илдең Тымыҡ океанда водород бомбаһын һынаясағы хаҡында хәбәр иткәйне.
- Мьянманан рохинджа милләтенән булыусы 436 мең кеше Бангладешҡа барып төпләнгән. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының ҡасаҡтар эше буйынса идаралығы донъя йәмәғәтселеген ауыр хәлдә ҡалыусыларға ярҙам итергә саҡырҙы. Ойошма рәйесе Антониу Гуттереш та рохинджаға ҡарата этник таҙартыу ойошторолғанын танырға мәжбүр булды.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре