Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе граждандар менән осрашты

Тулыраҡ: Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе граждандар менән осрашты

Берҙәм Рәсәй партияһының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә бөгөн граждандар менән Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев осрашты. Бер сәғәт эсендә уға алты кеше мөрәжәғәт итеп өлгөрҙө. Көнүҙәк мәсьәләне хәл итер өсөн үҙәккә. Белорет районы Яңы Хәсән, Сәфәрғол һәм Манышты ауылдары халҡы исеменән депутат Зөбәйер Һиҙиәтов Инйәр аша күпер һалыуҙы үтенеп республика етәкселегенә, йәмәғәтселек вәкилдәренә 2011 йылдан алып мөрәжәғәт итеүен туҡтатмай. Белорет районындағы был ауылдарҙа 500-ҙән ашыу кеше йәшәй. Күп балалы ғаиләләр, йәштәр күп. Ауылда эш булмағас Инйәргә йөрөп эшләйҙәр. Эш урындарына, мәктәпкә, дауахана, магазинға тимер юл күпере тирәләй тар һуҡмаҡтан атлап бара. Был хәүефле күпер көнөнә 100 кешене үткәрә һәм йыл да бер ҡорбан алып тора, ти Зөбәйер Мөсәбир улы. Властарҙың күпер төҙөлөшө маҡсатҡа тап килмәй тигән яуабына риза булмай бөгөн ул Берҙәм Рәсәйҙең Башҡортостан бүлексәһенә килгән.Мәсьәләнең шулай уҡ ыңғай хәл ителеренә ышаныс менән Ҡоролтай рәйесенә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт бейеү ансамбленең художество етәксеһе Риф Ғәбитов та мөрәжәғәт итте. Донъя күләмендә танылған коллективтың да көнүҙәк проблемалары етерлек.Башҡортостандың һөнәри белем биреү ойошмалары берләшмәһенең Берҙәм Рәсәйҙең төбәк бүлексәһе менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүен ғәмәлгә ашырыу, республикала баҡсасылыҡ тураһындағы хоҡуҡи документтарҙың маҡсатҡа ярашлы ҡабул ителеүе, Яңауылда үҙәк район дауаханаһын төҙөкләндереүгә һәм кәрәкле йыһаздар һатып алыуға аҡса бүлеү кеүек мөһим мәсьәләләр буйынса етди уйланылған ҡарарҙар талап ителә. Константин Борисович һәр кемде иғтибар менән тыңлап мөрәжәғәттәр яуапһыҙ ҡалмаясаҡ, тип белдерҙе. Граждандарҙы борсоған мәсьәләләр буйынса ҡабул итеү бүлмәһе ғаризаларҙы үҙенең Интенеттағы сайтында ла ҡабул итә.