Водителдәр һәм йәйәүлеләр ризаһыҙлыҡ белдерә

Тулыраҡ: Водителдәр һәм йәйәүлеләр ризаһыҙлыҡ белдерә

Өфөлә Сельская Богородская урамындағы ремонт эштәре сәбәпле Инорс биҫтәһендәге барлыҡ урамдарҙа ла бөгөн ҙур тығындар барлыҡҡа килде.Әлбиттә, водителдәр ҙә, автомобилдәрҙе урап үтергә мәжбүр булған йәйәүлеләр ҙә ризаһыҙлыҡ белдерә һәм ни өсөн был эштәр тап иртән, күптәр эшкә ашыҡҡан саҡта башҡарыла тигән һорау бирә. Башҡаланың Калинин районы хакимиәтендә Сельская Богородская урамындағы ремонт эштәре 20 октябргә тиклем тамамланасаҡ, тип хәбәр иттеләр.