Башҡортостанда йәшелсәгә хаҡ төшә

Тулыраҡ: Башҡортостанда йәшелсәгә хаҡ төшә

Республика статистика хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хаҡтар арзанайыу мул уңышҡа бәйле. Көҙ етеү менән халыҡ ҡышҡылыҡҡа төрлө салаттар эшләү өсөн кишер, һуған, һәм башҡа йәшелсәләр һатып ала. Магазинда һатылған йәшелсә, емеш-еләктең таҙа булыуы һәм хаҡтарҙың арзанайыуы халыҡты ымһындыра. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл июнь айында ҡайһы бер уңышҡа хаҡтар ҡапыл артҡайны. Ә көҙ етеү менән былтырғы менән сағыштырғанда, йәшелсә-емешкә генә түгел, һөт, ит, балыҡҡа ла хаҡтарҙың төшөүе күҙәтелә.Йәшелсә, емеш-еләккә хаҡтарҙың үҙгәреп тороуы һауа торошона, ямғырҙар яуыуына туранан-тура бәйле, ти һатыусылар.Ә баҙарҙа һатылған йәшелсә, емеш-еләк, ит, һөт ризыҡтарына хаҡ магазиндыҡы менән сағыштырғанда, үҙгәрмәгән.Әйткәндәй, быйыл июль, август айҙарында көн торошо насар булып, йәшелсә, емеш-еләккә көҙгөлөккә хаҡтар ике тапҡырға артыуы ихтимал, тип фаразланғайны. Шулай ҙа быйыл бындай хәл күҙәтелмәне. Дөйөм алғанда, ямғырлы йыл булыуға ҡарамаҫтан, уңыш мул. Шуға ла хаҡтар яҡынса биш-ете процентҡа төшкән.