Республика башлығы “Өфө” аэропорты етәкселеге алдында пассажирҙар ағымын 3, һуңынан 4 миллионға тиклем еткереү бурысын ҡуйҙы. Бөгөн бында асылған яңы осоу, ултырыу һыҙаты был маҡсаттарҙы бойомға ашырырға булышлыҡ итергә тейеш. “Өфө” халыҡ-ара аэропортын яңыртыуға артабан да ҙур иғтибар биреләсәк. Был хаҡта Республика башлығы Рөстәм Хәмитов авиация ярҙамында йөктәр ташыуҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәренә арналған кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостан етәксеһе билдәләүенсә, Өфө аэропорты ике йыл рәттән төбәк аэропорттары араһында тәүге урындарҙы ала. Шул уҡ ваҡытта уның мөмкинлектәрен тағы ла киңәйтеү талап ителә.
Республика башлығы “Өфө” аэропорты етәкселеге алдында яңы бурыс ҡуйҙы
Тулыраҡ: Республика башлығы “Өфө” аэропорты етәкселеге алдында яңы бурыс ҡуйҙы