Төбәк-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре бөгөн Республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың Омск өлкәһе губернаторы Виктор Назаров менән осрашыуында ла тикшерелде.Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, ШОС һәм БРИКС илдәренең эшҡыуарлыҡ форумында төбәк-ара хеҙмәттәшлеккә табан етди аҙымдар яһалды. Республика етәксеһе Омск өлкәһе менән Башҡортостан араһында уртаҡ яҡтар булыуын билдәләп, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн ныҡлы нигеҙ булдырыу мөһимлеген билдәләне. Ике төбәк араһындағы тәүге проекттар киләһе йылда тормошҡа ашырыла башланыр, тип көтөлә.
Төбәк-ара хеҙмәттәшлеккә табан етди аҙым
Тулыраҡ: Төбәк-ара хеҙмәттәшлеккә табан етди аҙым