Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Федераль именлек хеҙмәте Эске эштәр министрлығы менән берлектә “Ислам дәүләте” террор ойошмаһына кешеләрҙе яллаусыны ҡулға алған. Рейд барышында 12 кеше ҡулға алған.
  • Рәсәйҙең хәрби юлсылары террорсыларҙың уты аҫтында Евфрат йылғаһы аша күпер һалды. Эштәр ике тәүлек самаһы дауам итте. Күперҙең оҙонлоғо 200 метр. Ул, тәү сиратта, урындағы халыҡ өсөн гуманитар ярҙам ташыу өсөн файҙаланыласаҡ.
  • Иордандың көнбайыш ярында йәһүдтәр йәшәгән ауылда Фәлестин һуғышсыһы Израилдың сик һаҡсыларын үлтергән. Яуап уты менән һөжүм итеүсе юҡ ителгән.
  • Сәғүд Ғәрәбстанында ҡатын-ҡыҙҙарға автомобиль йөрөтөргә рөхсәт ителгән. Ил етәксеһе фарманына ярашлы, уларға водитель таныҡлы биреләсәк. Монарх махсус комитет төҙөп ошо указды бойомға ашырыу сараларын өйрәнергә ҡушҡан. Сәғүд Ғәрәбстанында ҡатын-ҡыҙҙар автомобиль йөрөтөү хоҡуғы өсөн күп йылдар көрәште. Улар социаль селтәрҙә ҡаршылыҡ акциялары үткәрҙе.
  • “Калашников” концерны вертолет схемаһы буйынса осоусы мотоцикл эшләне. Мультикоптер яңыраҡ уңышлы һынау үтте. Концерн вәкилдәре белдереүенсә, тиҙҙән аппаратты ғәмәлдә лу ҡулланып буласаҡ.