Ленинград өлкәһендә 1941 йылда немец шартлатҡысынан вафат булып ҡалған батырҙар һөйәге, эҙләнеүселәр тарафынан табылып, үҙ ерҙәре – Ярославлдә ерләнде. Алты йыл буйы тикшереүҙәр үтеп, исемдәре асыҡланып, туғандары табылғас, ниһайәт быйыл батырҙар йәне тыныслыҡ тапты. Етди ҡарашлы, тәүәккәл ир. 1941 йылда һуғыш яланында немец шартлатҡысынан вафат булып ҡалған 286-сы уҡсылар дивизияһы командиры Геннадий Николаевич Соколовты мин тап ошолай итеп күҙ алдыма килтергәйнем, ти йәш эҙләнеүсе. Эҙләнеү эше менән ҡыҙыҡһынған Алик 2011 йылда дуҫы менән Ленинград өлкәһенә экспедицияға бара. 7 май, тап Бөйөк Еңеү көнө алдынан улар ҙур табышҡа юлыға.Табылған һөйәктәр тикшереүгә алынып, Мәскәүгә ебәрелә. Экспертиза үткәс, уның Геннадий Николаевич Соколов икәнлеге асыҡлана.Үҙ иле өсөн көрәшеп, батырҙарса һәләк булып ҡалған 286-сы уҡсылар дивизияһы командирын ерләү маҡсаты менән алты йыл буйы туғандары эҙләнелә. Тап быйыл Ярославлдә тыуып үҫкән батырҙың яҡын туғаны Ольга Воскресенская табыла.Үҙе туҡһан йәшкә еткән Ольга ханым нисәмә йылдар үтһә лә, ағаһының үҙ ерендә ерләнеүенә шатланып бөтә алмай.Геннадий Николаевич Соколов менән бер көндә ҡыҙылармеец Павел Иванович Захаров та ерләнә. Документтарҙа билдәләүенсә, Геннадий Соколовтың дүрт апаһы бар. Эҙләнеүселәр әле батырҙың апаларын эҙләй. Тыныслыҡ, ил, ер өсөн көрәшкән батырҙар һөйәге хәҙер тыуған яҡтарында ерләнде. Яугирҙарҙың ейән-ейәнсәрҙәренең батыр исемдәрен уҡып, ишетеп кенә түгел, ә ҡәберҙәрен дә барып күреү мөмкинлеге бар.
Батыр исеме тарихта
Тулыраҡ: Батыр исеме тарихта