Башҡортостан фармацевтары быйыл 20 миллиондан ашыу ампула етештергән. Өфөлә эшләнгән вакциналарҙың күп өлөшө тиҙҙән Мәскәүгә ебәрелә. Милли календарь сиктәрендә прививка өлкәндәргә һәм балаларға бушлай яһаласаҡ.Белгестәр әйтеүенсә, совигрипп вакцинаһы бер-нисә киҙеүгә ҡаршы тора ала. Шуға ла быйыл „Имуннопрепарат„ ойошмаһы ампулаларҙы ике миллионға тиклем арттырыуға өлгәшкән.Вакциналар бында заманса технологияларға таянып эшләнә. Уларҙың сифаты төрлө ысулдар ярҙамында тикшерелә. Ғалимдар уйлап тапҡан вакцина сирләүселәр һанын бер-нисә тапҡырға кәметергә ярҙам иткән. Халыҡ ваҡытында прививка яһатһа, йоғошло инфекция ауырыуҙары ла аҙайыр ине, ти белгестәр.
Грипҡа ҡаршы Өфөлә эшләнгән вакциналар Мәскәүгә оҙатыласаҡ
Тулыраҡ: Грипҡа ҡаршы Өфөлә эшләнгән вакциналар Мәскәүгә оҙатыласаҡ