Виктор һәм Антонина Моцныйҙар тиҙҙән 65 йыл бергә йәшәүен билдәләргә, ә 80 йәшлек Флүр Тимерханов Бразилияға йыйына. Өлкән булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар тулы тормош менән йәшәргә тырыша. Антонина һәм Виктор Моцныйҙарҙы яҡынлашып килгән Өлкәндәр көнө менән ҡотлау өсөн мәктәп уҡыусылары килгән. Тиҙҙән был пар 65 йыл бергә йәшәүен дә билдәләргә йыйына.Виктор Александрович менән Антонина Ивановна һуғыштан һуң өйләнешә. Йәш саҡтарында нисек танышҡандарын улар бөгөнгөләй хәтерләй, дүрт баланы башлы-күҙле итеп, хәҙер үҙҙәре лә туҡһанға баҫҡан был парҙың буш ваҡыттары юҡ тиерлек. Ғаилә театрҙағы премьераларҙы ҡалдырмай, концерттар ҙа уларҙың яратҡан тамашаһы. Ғүмер юлдарын бергә үткән, башҡаларға өлгө булған, үҙҙәрен әле лә йәш кешеләй тойған Моцныйҙар ғаиләһе бәхетле ҡартлыҡтың сере ябай тигән фекерҙә. Ул – тыныслыҡ һәм бер-береңде ихтирам итеү. Франция, Италия, Һиндостан, Ҡытай, Мысыр, Венгрия...һәм тағы ла тиҫтәләгән дәүләт. Һикһән йәшен тултырған сәйәхәтсе Флүр Ниғмәтйән улы был илдәрҙең барыһын ишетеп, китаптан уҡып ҡына белмәй. Донъяның төрлө ҡитғаларында урынлашҡан илдәрҙә ул үҙе булып, урындағы халыҡтың мәҙәниәте, тарихы менән танышҡан. Флүр Тимерханов бер нисә ай эсендә компьютерҙы энәһенән ебенә тиклем өйрәнгән. 80 йәшлек сәйәхәтсе үҙе барырға теләгән илде хәҙер интернет аша ғына һайлай.Сираттағы ил – Бразилия. Латин Америкаһы бейеүҙәре һәм йырҙары, Сан –Пауло. Мехико һәм башҡа ҡалалар. Тәжрибәле илгиҙәр Флүр Тимерханов хәрәкәттә-бәрәкәт, ти. Оло йәштәге кешеләрҙе бәхетле ҡартлыҡ берләштерә. Республикала бөгөн пенсия йәшенә еткән 773 меңгә яҡын оло кеше бар. Ололар көнөн байрам итеү беренсе октябрь менән генә сикләнмәйәсәк. Социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәрендә улар өсөн октябрь дауамында концерт программалары, шиғриәт кисәләре, экскурсиялар ойоштороласаҡ, мохтаждарға тейешле ярҙам да күрһәтеләсәк. Ололарға һүҙ, эш аша ихтирам-хөрмәт күрһәтеү – йәштәрҙең төп кешелек бурысы. Байрам көнөндә генә түгел, һәр ваҡыт изгелек эшләп. Уларҙың ризалығын алыу, ҡәнәғәтлегенә өлгәшеү һәр кемдең тормошона бәрәкәт бирер.
Өлкәндәр көнө уңайынан мәктәп уҡыусылары ололарҙы ҡотлай башланы
Тулыраҡ: Өлкәндәр көнө уңайынан мәктәп уҡыусылары ололарҙы ҡотлай башланы