Башҡорт дәүләт университеты мигранттарға рус телен белеүҙәре тураһындағы сертификат биреү хоҡуғын алған 13 юғары уҡыу йорто исемлегенә индерелде. Рәсәй гражданлығын алыу өсөн сит ил кешеләренең рус телен белеү кимәлен тикшереү 2002 йылда индерелгәйне. Рәсәйҙең мәғариф министрлығы бойороғона ярашлы, Башҡорт дәүләт университетында 2003 йылдан сит ил граждандарын тестлау буйынса төбәк үҙәге асылды. 2012 йылдан Рәсәйгә эшкә килеүсе мигранттар имтихан аша үткәрелә башланы.
БДУ мигранттарға сертификат биреү хоҡуғын алды
Тулыраҡ: БДУ мигранттарға сертификат биреү хоҡуғын алды