Поляк телендә диктант

Тулыраҡ: Поляк телендә диктант

Донъяның төрлө илдәрендә, шул иҫәптән Рәсәйҙә поляк теле буйынса тоталь диктант үтте. Был сараны беҙҙең илдә поляктар конгрессы ойошторҙо. Тоталь диктант “Поляк теле һәм мәҙәниәте ун көнлөгө” сиктәрендә үтте. Унда 40-ҡа яҡын кеше белемен тикшереп ҡараны. Тел байлығы – ил байлығы. Республикала башҡорт теленең мөмкинлектәрен киңәйтеү йәһәтенән дә төрлө саралар ойошторола. Башҡорт теленән тоталь диктант уларҙың береһе. Тел халыҡ тарихына ныҡ бәйле. Ул халыҡтың борондан килгән яҙмышын, бөтә булмышын сағылдыра, йәғни, уның тарихи көҙгөһө. Тимәк, әсә телен үҫтереүгә булышлыҡ итеү, башҡорт телендә дөрөҫ, хатаһыҙ һөйләшеү һәр беребеҙҙең бурысы.Ер йөҙөндә 2 меңдән алып 2 мең 500-гә тиклем тел иҫәпләнә. Ғалимдар теүәл генә һанды белмәй, сөнки ҡайһыһын тел, ә ҡайһыһын ошо телдең диалекты, тип аныҡ ҡына әйтә алмай. Тик шулай ҙа, Рәсәйҙә әле 150-гә яҡын телгә юғалыу ҡурҡынысы янай.