Халыҡ аҙыҡ-түлектең намыҫ менән етештерелеүендә шикләнә һәм киләсәктә тик сифатлы ризыҡтарҙы һатып алыуҙы еңелләштергән программаларҙың булыуын хуплай. 2018 йылдан ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлаған тағы ла бер дәүләт программаһы ғәмәлгә инәсәк. Был проект әлегә һынау үтә. Һынауҙа ҡала халҡына ла ҡатнашырға мөмкин. Мәҫәлән, 3 октябрь ошо сауҙа үҙәгендә филин люминоскобы урынлаштырыласаҡ һәм һәр һатып алыусы ысынлап та сифатлы һыйыр майы алғанмы, юҡмы икәнлеген үҙе тикшерә ала. Дәүләт программаһы яңы йылдан тулы көскә эшләй башлай, әлегә люминоскоптарҙы бер ай дауамында көндөҙгө икенән өскә тиклем "Меркурий"ҙа һәм ун икенән алып икегә тиклемге ваҡыт арауығында Ғафури урамындағы "Байрам" кибетендә осратырға, һыйыр майының сифатын тикшерергә була. Һатып алыусыларҙың етештереүселәргә ҡарата ышанысы юғалған ваҡытта был дәүләт программаһын ҡабул итеү ыңғай һөҙөмтәләр бирер һәм етештереү сифатын көйләргә ярҙам итер, тип ышана белгестәр.Ҡайһы бер етештереүселәрҙең мутлашырға маташыуын сауҙа хеҙмәткәрҙәре лә йәшермәй.Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлаусы дәүләт программаһы сиктәрендә май ризыҡтарын тикшереү башланды ла инде. Программа шарттары тикшереү даирәһенә сик ҡуйылмауы менән отошло. Эре сауҙа йорттарынан алып балалар баҡсаларына тиклем аҙыҡ-түлек ҡулланылған бөтә ойошмаларҙы ла тикшереү мөмкин буласаҡ. Һөҙөмтәне көтөү кәрәкмәй, уны һәр кем күрә ала һәм ҡоролма менән ҡулланыу өсөн дә махсус уҡыуҙар үтеү талап ителмәй.Башҡортостандың ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм сауҙа дәүләт комитеты тикшерергә барған 110-сы мәктәп уҡыусыларын, тимәк, ысын һыйыр майы менән туҡландыралар. Быға тиклем өлгөләрҙе алып, лабораторияла тикшереп кенә әйтә алған һөҙөмтәне, белгес бер нисә минут эсендә асыҡлауға иреште.
Филин люминоскобы
Тулыраҡ: Филин люминоскобы