“Боярышник” һатыуға сығарыла

Тулыраҡ: “Боярышник” һатыуға сығарыла

Рәсәйҙә элек тыйылған спиртлы эсемлектәр ҡайтанан һатыуға сығарыла. Уларҙың араһында “Боярышник” та бар. Илдең баш санитар табибы ошондай күрһәтмәгә ҡул ҡайған.Иркутск ҡалаһында бик күп кеше эсеп ағыуланғандан һуң илдә “Боярышник” һатыу тыйылғайны. Тикшереүҙәр барышында хатта зыялыларҙың да арзан хаҡлы ошо эсемлекте ҡулланыуы асыҡланды. Рәсәйҙең баш санитар табибының халыҡ телендә “фанфурик” тип аталған эсемлекте ни сәбәпле ҡайтанан сауҙаға сығарыуға риизалыҡ биреүе тураһында хәбәр ителмәй.