1 октябргә тиклем хатта 10 мең һум бурысы булғандар ҙа сит илгә сыға алмай ине. Ошо сәбәпле күптәрҙе, йылы илдәргә юлламалары булһа ла, аэропорттан кире бороп ҡайтара торҙолар. Ә хәҙер, 190-сы федераль законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, бурыс 30 мең һумдан ашмаҫҡа тейеш. Әммә алимент, һаулыҡҡа килтерелгән зыян өсөн түләүҙәр буйынса бурыстары булыусылар, ҡәҙимгесә, сит илдәргә сығарылмаясаҡ.
Бөгөндән бурыслыларға сит илдәргә сығыу ҡағиҙәләре бер аҙ йомшартыла
Тулыраҡ: Бөгөндән бурыслыларға сит илдәргә сығыу ҡағиҙәләре бер аҙ йомшартыла