Ғафури районының Красноусол ауылында 1812 йылғы Ватан һуғышының баһадир яугирҙарына, «Төньяҡ амурҙарға» арналған һәйкәл асыу һәм 1812 йылғы Ватан һуғышының 205 йыллығы хөрмәтенә ғәҙәти уҡтан атыу буйынса турнир ойошторолдо. Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарына, йәғни, төньяҡ амурҙарға арналған һәйкәл дә асылды. 1812 йылғы һуғышта, башҡорт ғәскәрҙәре беренселәрҙән булып Францияның баш ҡалаһы Парижға барып ингән. Башҡорт атлыларының ҡаһарманлығына бөтә Европа халҡы таң ҡала, француздар уларҙы, үҙенсәлекле кейемдәренә, уҡ-һаҙаҡтарына ҡарап, “Төньяҡ амурҙары” тип атай. Генерал-фельдмаршал Михаил Илларионович Кутузов, башҡорт полкының командиры Ҡаһым түрәне саҡырып "Любезные вы мои башкирцы, молодцы!", тип әйткәне йырға һалынған. Красноусолдағы һәйкәл проекты авторы Илдар Шәйәхмәтов. Был скульптура тәү сиратта ата-бабаларыбыҙҙың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштерә, ти ул. Табын ырыуы ерендәге был һәйкәл тулыһынса халыҡ көсө менән төҙөлгән. Изге эшкә районда йәшәгән табындар ғына түгел, ә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән ырыуҙаштар ҙа ҡушылған. Мемориал комплекс үҫеп килгән йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүҙә, башҡорт халыҡының тарихын һәм мәҙәни мираҫын пропагандалау һәм өйрәнеү йәһәтенән дә ҙур урын алып тора.Тантаналы саранан һуң, 1812 йылғы Ватан һуғышының 205 йыллығы уңайынан ғәҙәти уҡтан атыу буйынса турнир ойошторолдо. 1812 йылғы һуғыш башҡорттарҙың данын бөтә донъяға таратҡан. Ватан һуғышы башҡорттарҙың фольклорында «Ҡаһым түрә» риүәйәтендә, «Француз яуы бәйете»ндә, «Ирәмәл», «Любизар», «Ҡаһым түрә», «Эскадрон» йырҙарында сағылыш тапҡан.
Ғафури районында “төнъяҡ амурҙарға ” һәйкәл асылды
Тулыраҡ: Ғафури районында “төнъяҡ амурҙарға ” һәйкәл асылды