- Тбилиси ҡалаһында оппозициялағы “Грузия патриоттары альянсы” фирҡәһе үткәргән акцияла 5 меңләп кеше ҡатнашҡан. Улар халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыуҙы һәм Рәсәй менән хеҙмәттәшлекте тергеҙеүҙе талап иткән. Фирғә ағзалары октябрь баштарында Мәскәүгә килергә йыйына.
- Төркиә Европа берлеге ағзаһы булыуға дәғүә итмәй. Был турала Рәжәп Эрдоган милли парламент сессияһын асҡанда белдерҙе. Төркиәнең үҙ юлы бар, тигән ул. Быға тиклем Анкарала Рәсәй президенты һәм Төркиә президенты Сүриәлә именлек биләмәләрен күҙәтеүҙе көсәйтергә һөйләшеп килешкәйне. Владимир Путин билдәләүенсә, тик Рәсәй һәм Төркиә тырышлығы менән Сүриәлә һуғышты туҡтатыу өсөн шарттар тыуҙырылды.
- Америка президенты Дональд Трамп төнъяҡ Корея етәкселеге менән һөйләшеүҙәр үткәреү ваҡытты бушҡа үткәреүгә тиң, тип белдергән. Быйыл Пхеньян төбәктә көсөргәнешлек тыуҙырып баллистик ракеталарға һынау үткәрҙе, сентябрь башында полигонда водород заряды шартлатылды. Уның менән Америкаға осоп барып етерлек континент-ара ракеты йыһазландырылыуы ихтимал.
- Мексиканан бер-нисә саҡырымда ғына урынлашҡан Попокатепетль вулканы атылған. Вулканологтар раҫлауынса, ул яңыраҡ ҡына булған ер тетрәүгә бәйле түгел. Попокатепетль тирәләй 20 миллион самаһы кеше йәшәй.
- Ҡытайҙың Шэньси виләйәтендә туҡтауһыҙ яуған ҡойма ямғырҙар сәбәпле йылғалар ярҙарынан сыҡҡан. Урындағы халыҡҡа хәүеф янағанлыҡтан хакимиәттәргә халыҡты эвакуацияларға тура килгән. Бәләгә тарыусыларҙы ҡотҡарыу эштәрендә урындағы етәкселәр һәм депутаттар ҙа ҡатнашҡан.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре