Өйҙә йылыны нисек һаҡлау серен 86 йәшлек Сергей Шиховцев бик яҡшы белә. Хәҙер уны коммуналь түләүҙәр өмөн квитанциялар ҡурҡытмай. Фатирындағы температура өсөн ул квадрат метрҙан түгел, ә йылы күләменән түләй. Фатирҙағы йылы күләмен үлсәүсе шәхси прибор ҡуйҙыртыу маҡсаты менән Сергей Николаевич торлаҡ-коммуналь хужалыҡты хеҙмәтләндереүсе бихисап ойошманың тупһаһын өс йыл тапай. Йылытыу өсөн норманың иң юғары күрһәткесенән түгел, ә бары тотонолған күләменән түләргә теләйем, ти. Энергия менән тәьмин итеүсе компанияла эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан инженер килем-сығымдарҙың ҡайҙан алынғанын яҡшы белә. Һүҙҙә түгел, ғәмәлдә һаҡсыллыҡҡа өлгәшеү өсөн тәүҙә хәтһеҙ сығымдар талап ителһә, бөгөн улар тулыһынса ҡапланған. Сергей Николаевич йылытыу миҙгеле асылыу менән бер, ул ябылғас икенсе иғәнә индерә. Тулайым иҫәп йылына алты мең самаһы килеп сыға. Талаптарға ярашлы иҫәпләүсе ҡоролмаларҙы биш йылға бер тикшереп торалар, уның хаҡы биш мең һумға яҡын. Хаҡлы ялдағы инженер фекеренсә, йылыны һаҡсыл ҡулланырға теләгән һәр кем фатирында ошо эштәрҙе башҡара ала. Барыһын да законда талап ителгәнсә үтәгәндән һуң ҡытыршылыҡтарға тарымаҫ өсөн күп фатирлы йортто йылытыу селтәре ҡоролошона ҡағылған мәғлүмәттәрҙе ентекләп өйрәнеү ҙә ҡамасауламаҫ. Сергей Николаевичтың өлгөһө буйынса фатирында йылы иҫәпләү приборын ҡуйырға теләгәндәргә бер нисә шартты үтәргә тура киләсәк. Техник талаптар, аҡса, теләк кенә түгел, был ҡарарға тәүәккәлләр өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡта ҡабул ителгән ҡалыптарға ҡаршы сығырға әҙер булырға кәрәк. Сөнки бындай һаҡсыллыҡ улар файҙаһына түгел.
86 йәшлек ир фатирындағы температура өсөн квадрат метрҙан түгел, ә йылы күләменән түләй
Тулыраҡ: 86 йәшлек ир фатирындағы температура өсөн квадрат метрҙан түгел, ә йылы күләменән түләй