Белоретта 16 градуслыҡ һыуыҡ

Тулыраҡ: Белоретта 16 градуслыҡ һыуыҡ

Ҡар артынан һыуыҡ килә. Үткән тәүлектә республиканың Урал аръяғы төбәгендә ҡар яуһа, бөгөн төндә Белорет районы Үткәл ауылы халҡы ҡыштың сатлама һыуығын да татыны. Бында термометр октябрь башына хас булмаған температураны — 16 градус һыуыҡлыҡ күрһәткән. Синоптиктар алдағы көндәрҙә лә һауа температураһының түбән булыуын, аяҙытҡанда 12 градусҡа тиклем һалҡынайтыуын фаразлай, урыны менән ҡар һәм ямғыр яуыуы ихтимал.