Истанбулда умартасылыҡ ассоциацияларының халыҡ-ара федерацияһы конгресында Апимондияның Генераль ассамблеяһы ултырышында Өфө иң күп тауыш йыйҙы. “Апимондия” конгресын үткәреүгә Башҡортостандан тыш, Сербия, Словения һәм Дания ла дәғүә итте. “Апимондия” 82 илдән 118 умартасылыҡ союздарын берләштерә. Генераль ассамблеяның тәүге ултырышында Башҡортостандың уматасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге Бөтә Донъя умартасылар берлегенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп һайланды.
2021 йылда “Апимондия”ның 47-се конгресы Башҡортостанда үтәсәк
Тулыраҡ: 2021 йылда “Апимондия”ның 47-се конгресы Башҡортостанда үтәсәк