Өс баланы атып яралаған ир эше буйынса тәүге тыңлауҙар үтте

Тулыраҡ: Өс баланы атып яралаған ир эше буйынса тәүге тыңлауҙар үтте

Шишмә районы судында Сәфәр ауылында өс баланы пневматик ҡоралдан атып яралаған ир эше буйынса тәүге тыңлауҙар үтте. Ир үҙ ғәйебен тулыһынса таныһа ла, зыян күреүсе ҡыҙҙарҙың ата-әсәләре уға ҡатыраҡ яза биреүҙе талап итә. Тәүге ултырыш бына ошондай ыҙғыш менән башланды. Зыян күреүсе яҡ ир үҙ ҡылығы өсөн закон алдында яуап бирергә, үҙ ғәйебен таныған өсөн генә уға ҡарата бер ниндәй ҙә йомшаҡлыҡ булырға тейеш түгел, тип белдерә. Тәүҙә енәйәт ҡылыусының эшен ябайлаштырылған схема буйынса тикшерегә ҡарар ителгәйне. Үҙ ғәйебен таныу ҙа иргә яза биргәндә иҫәпкә алынасаҡ. Зыян күреүсе яҡ бындай ҡарар менән килешмәй.Зыян күреүсе балаларҙың ата-әсәләре был эштең махсус тәртиптә тикшерелеүенә ризаһыҙлыҡ белдерҙе, шуға күрә Наил Ибраһимовтың эше ғәҙәти тәртиптә – 18 октябрь ҡараласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡыҙмаса булып алған ир, урам буйында уйнап йөрөгән өс ҡыҙ баланы пневматик мылтыҡтан атып яралағайны. Зыян күреүсе ҡыҙҙарға 6, 8 һәм 11 йәш. Уларҙың береһенә реанимация талап ителә, пуляны операция ярҙамында сығаралар.