Рәсәйҙә алданған өлөшсөләр арта

Тулыраҡ: Рәсәйҙә алданған өлөшсөләр арта

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ундайҙарҙың һаны 38 меңдән ашыу. Ошо турала Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень белдерҙе. Уның әйтеүенсә, Рәсәйҙең 67 төбәгендә 700-ҙән ашыу проблемалы объект иҫәпләнә. Ведомство башлығы фекеренсә, мәсьәләне хәл итеү юлдарына урындағы властар ҙа ҡушылырға тейеш. Был мәсьәлә 3 мең ярым алданған өлөшсөнө борсой. Әммә, уларҙың һаны тағы ла күберәк булыуы ихтимал. Республикала проблемалы 29 объект иҫәпләнә. Юғары даирәләрҙә мәсьәләнең үтә киҫкен икәнен яҡшы аңлайҙар һәм төрлө саралар күрергә йыйыналар. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сентябрҙәге ултырышында алданған өлөшсөләрҙе яҡлау буйынса закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡаралды һәм концепцияһы ҡабул ителде. Хәҙер документты камиллаштырыу мөһим, ошо йәһәттән йәмәғәт тыңлауҙары үтә. Депутаттар, башҡарма власть органдары һәм муниципалитеттар ҡанун проектын төрлө яҡлап тикшерә һәм үҙ тәҡдимдәрен индерә. Улар иң тәү сиратта, ипотекаға торлаҡ алып та, әле фатирҙа ҡуртым өсөн түләп йәшәүселәрҙе, үҙ йөкләмәләрен үтәмәгән төҙөлөш ойошмаларын асыҡлау кәрәклеген билдәләй.Документ ҡыҙыу бәхәс тыуҙырҙы. Шулай ҙа, барыһы ла проблемалы объекттарҙы төҙөп бөтөүҙе хуплап сығыш яһаны. Был йәһәттән ике юл тәҡдим ителә.Закон проекты авторҙары төҙөлөп бөтмәгән торлаҡ майҙансығына килгән инвесторҙарға ташлама вәғәҙәләй. Мәҫәлән, уларға ерҙе аукционһыҙ биреү тәртибе өйрәнелә. Шул уҡ ваҡытта, төҙөлөш ойошмалары быға тиклем сафҡа индергән торлаҡтың 10 процентын алданған өлөшсөләргә бүлергә тейеш буласаҡ. Бында файҙаланыуға тапшырылған йорттар тураһында һүҙ бара. Тик, ошондай шарттарға алданған өлөшсөләр ризалашырмы, юҡмы – һорау асыҡ ҡала.Ултырышта алданған өлөшсөләрҙең торлағын төҙөүҙе йәнләндереү йәһәтенән төрлө йүнәлештәр өйрәнелде. Мәҫәлән, финанслау буйынса компенсация фондын булдырырға тәҡдим ителә. Йәмәғәт тыңлауҙарына алданған өлөшсөләр ҙә саҡырылды. Улар үҙ тәҡдимдәрен индерҙе.Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышы 18-се октябргә тәғәйенләнгән. Йәмәғәт тыңлауҙарында яңғыраған барлыҡ тәҡдимдәр йәнә тикшерелеп ошо ултырыштың көн тәртибенә сығарыла.