- Рәсәйҙең хәрби-космос көстәре Сүриәлә “Ислам дәүләте” позицияларын тағы ла утҡа тотто. Уларҙың штабы, ялан команда пункты һәм хәрби техникаһы юҡ ителгән. Һуңғы ике тәүлектә Рәсәй авиацияһы һөжүменән һуң 300 террорсы һәләк булған.
- Франция эске эштәр министры “террорсылар беҙҙең илгә ҡарата һуғыш иғлан итте-,” тип белдергән. Яңыраҡ күп ҡатлы бер йорттоң подъезында шартлатҡыс тултырылған газ баллоны табылған. Парижда торлаҡ йортто шартлатырға маташыусы 5 кеше ҡулға алынған.
- Америка Куба дипломаттарын илдән ҡыуа. Улар бер аҙна эсендә Ҡушма Штаттарҙан сығып китергә тейеш. Америка президенты Дональд Трамптың ошо аҙымы тураһында Гаванаға хәбәр ителгән.
- Каталонияның бойондороҡһоҙлоғо тураһында референдум үткәргәндә полицияның баш баштаҡлығына ризаһыҙлыҡ белдереп халыҡ ҡаршылыҡ акцияларына сыҡҡан. Игуалада, Пинеда-де-Маре һәм Барселонала күмәк кеше ҡатнашлығында митингтар үткән.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре