Был эш 26 муниципалитетта алып барыла. Республика хөкүмәтендә программаның үтәлеше тикшерелде. Күп ҡатлы йорт ихаталарын төҙөкләндереүгә федераль бюджеттан 956 миллион һум аҡса бүленгәйне. Был суммаға йорт яны биләмәләре тәртипкә килтерелә, тротуар, ихаталағы асфальт яңыртыла, яҡтартыу ҡоролмалары, балалар майҙансыҡтары урынлаштырыла. Дүртөйлө, Яңауыл һәм Нефтекама ҡалалары планды үтәгән. Әммә күп муниципалитеттарҙа асфальт түшәмен яңыртыу эштәре ямғырлы көндәргә ҡалған. Был проектты тормошҡа ашырыу юридик талаптарҙы үтәүгә бәйле тип билдәләнде ултырышта. Конкурс эштәре көҙ башына ҡала.
Башҡортостанда 400-гә яҡын ихата төҙөкләндерелә
Тулыраҡ: Башҡортостанда 400-гә яҡын ихата төҙөкләндерелә