Бөгөн уҡытыусылар көнө

Тулыраҡ: Бөгөн уҡытыусылар көнө

1994 йылда ЮНЕСКО ҡарары менән 5 октябрь Бөтә донъя уҡытыусылар көнө тип иғлан ителә. Ер шарының 100-ҙән ашыу илендә байрам дәүләт кимәлендә үтә. Уҡытыусы һәр кемдең күңелендә, ҡәҙерле, ғәзиз кеше. Уҡытыусы! Ул бөтә кешеләрҙең дә ғүмер буйы күңел түрендә серле моң һымаҡ һаҡланған иң яҡын кешеһе. Мәктәптә уҡып, оло тормош юлына баҫҡан һәр кем үҙенең остаздарын йылы тойғолар, рәхмәт хистәре менән һәр саҡ иҫкә ала.