Уҡытыусы эшен ижади эҙләнеүҙәрһеҙ күҙ алдына килтереп булмай. Мәғариф системаһы тәжрибәле оҫталарҙы һәм йәш талантлы педагогтарҙы, бик күп уҡытыусылар династияһын берләштерә. Улар өсөн балалар менән эшләү ысын булмыш ул. Әлбиттә, был өлкәлә хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә бар. Уҡытыусыларҙың һөнәри байрамы уңайынан Республика башлығының педагогтар менән осрашыуында һүҙ мәктәп шул хаҡта барҙы. Мәғариф өлкәһендәге реформалар уҡытыусылар ғына түгел тотош йәмғиәттең уртаҡ проблемаһы. Бөгөн оло тормошҡа әҙер, яңы технологиялар менән яҡшы таныш, белемле, бар яҡлап үҫешкән шәхес тәрбиәләү бурысы тора. Уны тик уҡытыусы иңенә һалыу дөрөҫ түгел. Мәктәп бөгөн матди һәм рухи ярҙамға мохтаж. Ишембай башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Фаягөл Әмирханова республикалағы милли һәм махсус йүнәлешле уҡыу йорттарын борсоған уртаҡ проблеманы еткерҙе. Бындай мәктәптәргә үҙенсәлекле мөхитен һаҡлап ҡалыр өсөн айырым шарттар талап ителә.Һәләтле балалар менән тығыҙ эшләүҙе маҡсат итеп ҡуйған, уларҙы Бөтә Рәсәй олимпиадаларында еңеүгә әҙерләгән педагогтар ҙа бөгөн көтөлмәгән ҡаршылыҡтарға тарый. Республикала профилле махсус белем биреү йорттары түләүле, башҡа төбәктәрҙә бушлай, хатта уҡыусыларға стипендия түләнә. Беҙҙә уңышлы өлгәшкән ҡыҙҙар һәм малайҙар хәҙер йышыраҡ уларҙың тәҡдимен ҡабул итеп Ҡаҙанға, Саранскиға уҡырға китә. Һөҙөмтәлә ил күләмендәге ярыштарҙа Башҡортостан күрһәткестәре ҡырҡа түбәнәйә. Тәжрибәле уҡытыусылар иһә бының бер нисә сәбәбен күрә. Уҡытыусылар республикала техник йүнәлештәге төплө белем биреүсе күп профилле лицей асыу яҡлы. Өфөнөң 60-сы лицейының математика уҡытыусыһы Нина Ускова фекеренсә, быны белем биреүҙә үҙ ысулдарын уйлап тапҡан уҡытыусыларҙың авторлыҡ мәктәбен булдырыуҙан башларға мөмкин. Педагогия университеты нигеҙендә һәләтле балалар өсөн Сочилағы “Сириус” тәжрибәһе буйынса эш башлаған белем үҙәге лә ошо маҡсатҡа булышлыҡ итә. Юғары белем биреү йорто уҡытыусыларының тәжрибәһе төбәк өсөн яраҡлаштырылған дәреслектәр талабын да ҡәнәғәтләндерер ине. Мәктәптәрҙә стандарттарға тап килгән дәреслектәр проблемаһы бар.Хәл ителергә тейешле мәсьәләләрҙе тәү сығанаҡтан, уҡытыусыларҙың үҙенән ишетеп белеү теләге менән ойошторолған осрашыу маҡсатына өлгәште. Уның һөҙөмтәләре буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителәсәк.Һөнәри байрам уңайынан бөгөн уҡытыусылар тәбрик һүҙҙәренә лайыҡ. Республикала был байрамды 30 меңдән ашыу педагог билдәләй. Мәғариф тармағы өсөн 70 меңдән ашыу белгес әҙерләгән Башҡорт дәүләт педагогия университеты асылыуға ла ошо көндәрҙә 50 йыл тулды.
Ни өсөн уҡыусылар ситкә китә?
Тулыраҡ: Ни өсөн уҡыусылар ситкә китә?