Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй президенты Владимир Путин Сәғүд Ғәрәбстаны короле Сәлмән бен Әбдел Әзиз әль Сәғүд менән осраша. Ике ил араһында ҡорал һатыуға 3 миллиард долларлыҡ килешеү төҙөлөүе ихтимал.Европарламентта Каталонияла йәкшәмбе үткән референдум йомғаҡтары тикшерелгән. Еврокомиссия вице-президенты унда сығыш яһап Каталонияның бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итергә йыйыныуы сәбәпле көс ҡулланыу ихтималлығы тураһында белдергән.Сәйәси көндәштәр-Яҡын көнсығышта алдынғылыҡҡа ынтылған Төркиә һәм Иран курдтар алдында берләшергә ҡарар иткән. Төркиә президенты Рәэәп Эрдоган Тегеранда Хәсән Рухани менән осрашып курдтарҙың бойондороҡһоҙлоҡ тураһындағы референдумы ҡануни түгел, тип белдергән. Ике етәксе лә Ғыйраҡтың тарҡалыуына юл ҡуймаясағы тураһында әйткән.