Күмәкләгән яу ҡайтарған

Тулыраҡ: Күмәкләгән яу ҡайтарған

Быйыл 7 август Бөрө районы Үгеҙ ауылында ике ҡатлы йортта сыҡҡан янғында, туғыҙ кеше һәләк булып, бөтә республиканы тетрәндергәйне. Был ҡот осҡос фажиғәнән имен ҡалған өй хужабикәһе Фатима Сәғит ҡыҙы һәм килене Вероникаға бер ай эсендә бар яҡлап ярҙам күрһәтелде. Сәҙретдиновтар ғаиләһенә яңы төҙөлгән йорт асҡысы тапшырылды. Етмеш алты йәшлек Фатима апайға өй туйын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, килене Вероника менән генә ҡаршыларға тура килә. Мәскәүҙән ҡунаҡҡа тип ҡайтҡан ҡыҙының, ейән-ейәнсәрҙәренең һәм ҡырҙан килгән туғанын бер төн эсендә утта һәләк булыуын ул әле лә ҡурҡыныс төш кеүек кенә хәтерләй.Бөрө районы Үгеҙ ауылындағы ике ҡатлы йортта, йоҡлап киткәс, төнгө бер тирәһендә янғын сығып, туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлөүе бөтә республика халҡын тетрәндергәйне. Янғын күҙ асып йомған арала йорт эсен яҡлап алды, тип хәтерләй хужабикә. Уның һүҙҙәре буйынса, ут ҡыйыҡтан башланған. Тап икенсе ҡатта биш сабый бала йоҡлаған. Янғында тормош иптәшен һәм өс сабыйын юғалтҡан 31 йәшлек кенә килене Вероника һәм Фатима апайға район хакимиәте ваҡытлыса йәшәргә торлаҡ биргән. Ҡыйыҡһыҙ ҡалған ғаиләгә төрлө яҡтан ярҙам күрһәтелде. Тап ошо урындағы ике ҡатлы йортта август башында туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлгәйне. Ә был яңы өй янған йорт урынынан бер аҙ алыҫтараҡ төҙөлгән. Торлаҡтың нигеҙен һалыу һәм ҡыйығын ябыу өсөн яҡынса бер ай ваҡыт үтә.Яңы өй төҙөү өсөн бер миллион ярым һум аҡса бүленә.Бер төн эсендә иң ғәҙерле кешеләрен юғалтҡан, торлаҡһыҙ ҡалған ғаиләгә туғандары, күршеләре лә бар яҡлап ярҙам итергә, һәр ваҡыт яндарында булырға тырыша. Янғында һәләк булыусыларҙы тыуған яҡтары — Үгеҙ ауылында ерләйҙәр. Интернет селтәренән алынған фотоһүрәттәр генә улар хаҡында иҫтәлек булып ҡалды.Ике ҡатлы йортта янғын сығыуҙың сәбәптәре һаман тикшерелә. Әлегә тәфтишселәр аныҡ ҡына яуап бирә алмай.