Патронат ғаиләләргә өҫтәмә түләүҙәр

Тулыраҡ: Патронат ғаиләләргә өҫтәмә түләүҙәр

Киләһе йылдан Башҡортостанда тәрбиәгә алынған һәм патронат ғаиләләргә тапшырылған балаларҙы ҡарау өсөн айлыҡ пособие, опекаға һәм попечителлеккә алынған балаларҙы тәрбиәләү өсөн пособие 16,3 процентҡа арттырыла. Республикала ошо турала закон проекты әҙерләнде. Был түләүҙәр һуңғы тапҡыр 2015 йылдың 1 ғинуарынан биш процентҡа арттырылғайны. 2018 йылда законды ғәмәлгә ашырыу өсөн 223 миллион һум аҡса бүленә.