Өфөлә “Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары” конкурсы еңеүселәрен дә тәбрикләнеләр

Тулыраҡ: Өфөлә “Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары” конкурсы еңеүселәрен дә тәбрикләнеләр

Тәү ҡарауға класта ябай дәрес бара. Әммә тап ошо дәрестәр аша һәр кем донъяны танып белә. Бигерәк тә, был юҫыҡта башҡорт теле уҡытыусылары иңенә ҙур яуаплылыҡ һалынған. Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Алламоратова телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн уҡыусылары менән төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Шуларҙың береһе — “Тере Пушкин” халыҡ-ара акцияһы. Рәсимә Миңнеәхмәт ҡыҙы кеүек эшенә мөккибән киткән, телде үҫтереүгә бөтә көсөн һалған мөғәллимдәр Республика Хөкүмәте тарафынан да билдәләнә. Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыларына аҡсалата премия тапшырыла. Ысынлап та, тел – йәшәйешебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Тел ярҙамында аралашабыҙ, тирә-яҡты танып беләбеҙ. Ошо йәһәттән туған тел, әсә теленең нескәлектәрен өйрәткән уҡытыусыларыбыҙ маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ.