Туймазы районында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде

Тулыраҡ: Туймазы районында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде

Бында бер-нисә ауылда малдарҙа бешмә ауырыуы, йәғни, ящур табылған. Әле район сигендә махсус постар ҡуйылған. Унда ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре һәм химиктар эшләй. Бешмә кеше өсөн дә ҡурҡыныс тыуҙыра. Был ауырыуҙан һаҡланыу өсөн бесән һәм йорт хайуандары юҡ ителергә тейеш. Әлегә был төбәктән ит, һөт ризыҡтары алмаҫҡа кәңәш ителә. Беҙҙең ижади төркөм әле Туймазы районында эшләй. Ошо туралағы сюжетты 20 сәғәт 45 минуттағы сығарылышта ҡарағыҙ.