Рәсәй федераль именлек хеҙмәте етәксеһе Александр Бортников шартлатҡыстар һалыныуы тураһындағы ялған шылтыратыуҙарҙы ойоштороусыларҙың асыҡланыуы тураһында белдерҙе. Улар сит илдә йәшәгән Рәсәй граждандары. Александр Бортников әйтеүенсә, телефон террорсыларын табыуы бик ҡыйын. Сөнки ялған шылтыратыу ай-пи технологиялар ярҙамында башҡарыла. Сентябрь һәм октябрҙә Рәсәйҙең төрлө ҡалаларындағы, шул иҫәптән Өфөләге сауҙа үҙәктәренә, вокзалдарға шартлатҡыс һалыныуы тураһындағы ялған шылтыратыуҙарҙан һуң бик күп халыҡты эвакуацияларға тура килгәйне.
Шартлатҡыстар һалыныуы тураһындағы ялған шылтыратыуҙарҙы ойоштороусылар асыҡланған
Тулыраҡ: Шартлатҡыстар һалыныуы тураһындағы ялған шылтыратыуҙарҙы ойоштороусылар асыҡланған