Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Сәғүд Ғәрәбстаны короленең Рәсәйгә дәүләт визитын Владимир Путин мөһим ваҡиға, тип атаны. Кремлдә Сәлмән бен Әбдел Әзиз Әль Сәғүд менән осрашыуҙа Рәсәй президенты ике аралағы бәйләнештәрҙең бер быуатлыҡ тарихы бар, тине. Владимир Путин был сәфәр Сәғүд Ғәрәбстаны менән Рәсәй араһындағы хеҙмәттәшлеккә ныҡлы этәргес бирер, тигән ышаныс белдерҙе. Рәсәй-Сәғүд Ғәрәбстаны һөйләшеүҙәрендә Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов та ҡатнаша.
  • Рәсәйҙең “Бөйөк Новгород” һәм “Колпино” һыу аҫты кәмәләре Урта диңгеҙҙән Сүриәлә “Ислам дәүләте” позицияларын утҡа тотто. “Калибр” тигән ҡанатлы ракеталар террорсыларҙың команда пунктын, ҡорал келәтен, бронетехника гаражын юҡ иткән.
  • Испания хөкүмәте банктарҙы Каталониянан күсереү тураһындағы закон проектын әҙерләй. Илдә испан облигацияларының хаҡы төшә, процент ставкалары күтәрелә башлауҙы финанс аналитиктар Каталонияла килеп тыуған хәлгә бәйләгән. Шуға ла иң эре банктарға бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшкән төбәктән китеүҙе еңелләштергән ҡанун өҫтөндә эш башланған.