Төҙөлөш сәнғәте музейы филиалы боронғо көнкүреш әйберҙәрен йыя

Тулыраҡ: Төҙөлөш сәнғәте музейы филиалы боронғо көнкүреш әйберҙәрен йыя

«Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни ҡурсаулығының төҙөлөш сәнғәте музейы филиалы беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған көнкүреш әйберҙәрен йыя. Музей хеҙмәткәрҙәре алдында төрлө райондарға йөрөп йыйылған әйберҙәр менән боронғо ауыл һәм ҡала өйө эсен биҙәү маҡсаты тора. Әле музейҙа ике йыл эсендә йыйылған 400-гә яҡын экспонат һаҡлана. Беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып килгән был ижауҙарҙың төрлө семәрҙәр менән биҙәлеп эшләнеүе, төҙөлөшө ата-бабаларыбыҙҙың тарихын асыҡтан-асыҡ һөйләй. Ҡатын-ҡыҙ өсөн кейем-һалым, көнкүрештә ҡулланылған һауыт-һабалар, сигеү өлгөләре, тәҙрә япмалары, көҙгөләр... Киләсәккә үткән быуатты аныҡ күҙ алдына килтереү, уларҙың йәшәйеше менән яҡындан танышыу маҡсаты менән Төҙөлөш сәнғәте музейы филиалы хеҙмәткәрҙәре ауылдарға йөрөп хәҙерге ваҡытта ҡулланылмаған әйберҙәрҙе йыйыу, музейҙы тулыландырыу эше менән мәшғүл. Музейҙа ике йыл эсендә 400-гә яҡын экспонат йыйылған. Музей хеҙмәткәрҙәре райондан-районға йөрөп, экспонаттарҙың бер нисә төрөн дә табыу бәхетенә юлыға.Был музейҙа егерменсе быуаттарҙа ҡулланылған үтектәрҙең ике төрө һаҡлана. Быныһы утта ҡыҙҙырылып тонолған үтек булһа, ә икенсеһе эсенә күмер һалып ҡыҙҙырылған үтектәрҙең береһе.Төҙөлөш сәнғәте музейы филиалының төп маҡсаты — йыйылған элекке көнкүреш әйберҙәре менән боронғо ауыл һәм ҡала өйө эсен биҙәү.