Сараны БДПУ колледжының студенттары әҙерләне. Трамвай эсендә дәрте көй яңғырай. Йыр ҙа, шиғыр ҙа, халыҡ көйө лә ишетелә унан. Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары уҡытыусылары өсөн бына шундай үҙенсәлекле бүләк әҙерләгән...Рәшит Шәңгәрәев Башҡорт дәүләт университеты колледжының өсөнсө курс студенты. Әҙәби трамвай акцияһында егет бишенсе тапҡыр ҡатнаша. Һәр бер сәйәхәт үҙенсәлеклелеге менән айырылып тора, ти егет. „Әҙәби трамвай„ҙы ойоштороусылар һәр акцияны айырым бер байрамға арнай. Был юлы иһә студенттар үҙҙәренең уҡыусыларын һөнәри байрамдары менән ҡотланы.Сараны еренә еткереп әҙерләү ҙә бер кешенең генә эше түгел. Колледж уҡыусылары акцияла йыр-бейеү, шиғыр һөйләү менән генә сикләнеп ҡалмай, ә трамвайҙы биҙәүҙе лә үҙ өҫтәренә ала.Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжы уҡыусылары ҡала буйлап сәйәхәттәрен бының менән генә сикләргә уйламай, алда беҙҙе тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ маршруттар көтә, ти улар.
Ҡалала ,,Әҙәби трамвай,, социаль акцияһы үтә
Тулыраҡ: Ҡалала ,,Әҙәби трамвай,, социаль акцияһы үтә