Хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалынды

Тулыраҡ: Хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалынды

Республика башлығы Мәскәүҙә Сәғүд Ғәрәбстаны короле Сәлмән Бен Әбдел Әзиз әль Сәғүт менән осрашты. Унда ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү, төбәк-ара бәйләнештәҙе нығытыу мәсьәләләре тикшерелде. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Рәсәйҙең ғәрәп илдәрендәге тәүге илсеһе Кәрим Хәҡимов Башҡортостандан. Ул әле хаҡимлыҡ итеүсе Әбдел Әзиз ибн Сәғүд династияныһына нигеҙ һалыусы королдең атаһының яҡын дуҫы булған. Башҡортостанда Кәрим Хәҡимов-билдәле дәүләт эшмәкәре тураһында яҡты иҫтәлек һаҡлана-ҙур форумдар, конференциялар, "Хәкимов уҡыуҙары" үткәрелә, тине Рөстәм Хәмитов. Ул Сәғүд Ғәрәбстаны вәкилдәрен был сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Республика башлығы Башҡортостандың Рәсәйҙәге иң йылдам үҫешеүсе төбәк булыуын билдәләп төбәктә йәшәүселәрҙең яртыһынан күбеһе ислам динен тота, тине. Өфөлә Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты уңышлы эшләп килә, мәсеттәр төҙөлә, дини байрамдар билдәләнә, хаж ҡылыусылар арта. Хәләл ризыҡ етештереүҙең артыуы нигеҙҙә шуға бәйле. Башҡортостан уны Сәғүд Ғәрәбстанына ла һатыуҙы ойоштора ала. Сәлмән Бен Әбдел Әзиз әль Сәғүт үҙ сиратында хеҙмәттәшлек өсөн Рәсәйҙең мөһим ил булыуын билдәләп мосолман республикалары етәкселәре менән осрашыуға ла ҙур иғтибар бирелеүе хаҡында белдерҙе. Мин конфессия-ара дуҫлыҡ һәм килешеүсәнлек мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелгән Башҡортостан етәксеһе менән осрашыуыма бик шатмын, тине Сәлмән Бен Әбдел Әзиз әль Сәғүд. Сәғүд Ғәрәбстаны короле исламдың тыныслыҡ дине булыуына туҡталып, дәүләт-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөһимлеген билдәләне. Ислам әләме аҫтында террор идеологияһын алға һөрөүселәргә ҡаршы көрәш-бар мосолмандарҙың бурысы, тине король. Ул Рәсәй президенты Владимир Путиндың мосолмандар тормошо менән ҡыҙыҡһынып тороуын юғары баһаланы һәм Сәғүд Ғәрәбстаны Рәсәй, уның төбәктәре менән хеҙмәттәшлеккә әҙер, тине.