Төрлө акциялар, бәйгеләр, спорт уйындары һәм концерттар старт алды. Бөгөндән башлап "Урындағы мәҙәниәт йорто" проектына йомғаҡ яһала, бер-нисә ауылда мәҙәниәт йорто асыла. 11-дә бөтә музейҙарҙа ла "асыҡ ишектәр" көнө — теләгән һәр кем экспозициялар менән бушлай таныша ала. 10-сы октябрҙә Башҡорт опера һәм балет театры Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарына "Сыңрау торна" балетын күрһәтә. Был көндәрҙә шиғриәт кисәһе, Мостай уҡыуҙарын үткәреү һәм яңы төҙөлөш объекттарын асыу ҡаралған.
Башҡортостанда Республика көнөнә арналған саралар башланды
Тулыраҡ: Башҡортостанда Республика көнөнә арналған саралар башланды