Республика башлығы хеҙмәт алдынғыларының бер төркөмөнә Дәүләт наградаларын тапшырҙы

Тулыраҡ: Республика башлығы хеҙмәт алдынғыларының бер төркөмөнә Дәүләт наградаларын тапшырҙы

Республиканың үҫеш күрһәткестәре яҡшы, тотороҡло. Ышаныслы аҙымдар менән алға барыу төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең фиҙаҡәр эше һөҙөмтәһе, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.Дәүләт наградалары барыһы 50 хеҙмәт алдынғыһына тапшырылды. Башҡорт дәүләт университетының геология кафедраһы мөдире Рим Вәлиуллин Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында 27 йыл забой хеҙмәтендә эшләгән Ибраһим Мөхәмәҙиев иһә Башҡортостандың атҡаҙанған шахтеры исеменә лайыҡ булды. Ә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе артисы Миңниса Бакирова Рәсәй Президентының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.